Өфө ваҡыты - Пандемия көтөлмәй
“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна сығарылышы баш ҡалала йоғошло сирҙәргә ҡаршы күрелгән сараларға арналды. Табип-инфекционист Зәлифә Йосопова ҡатнашлығындағы һөйләшеү йәмғиәт һаулығына бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә арналды. Зубово ҡасабаһындағы инфекция дауаханаһының икенсе бүлеге бүлек мөдире Зәлифә Мөхәммәт ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн Өфөлә тын юлдарының киҫкен ауырыуҙары таралыуының сираттағы тулҡынына әҙерләнергә кәрәк. Баш ҡалала грипп эпидемияһы көтөлмәй. Шулай ҙа, быйыл ошо вирустың Гонконг, Токио штаммдарының килеп етеү ихтималлығы бар. Холера, тағын кеүек иң ҡурҡыныс вирустарға килгәндә, Өфө табиптары был инфекцияны дауалау һәм алдан иҫкәртеү юлдарын да барлаған. 👍 Понравилось видео? Поддержите нас - нажмите В ТОП и подпишитесь на нас. Мы освещаем новости Уфы и Башкирии
Название:
Өфө ваҡыты - Пандемия көтөлмәй
Категория:
Телепередачи